"Салауат Юлаев"тың баш тренеры Виктор Козлов КХЛда Гагарин Кубогы өсөн уйындарҙың тәүге этабындағы дәғүәсеһе тураһында шулай тине. Юлаевсылар Новосибирск командаһы менән көс һынаша. -Плей-офта уйындар башҡа төрлө үтә. Ныҡышмалылыҡ, тәртип, команда өсөн уйнау беренсе урынға сыға. Улар һөҙөмтәлә сағыла, тине Виктор Козлов. "Салауат Юлаев" һәм "Себер" араһында тәүге ике уйын 27 һәм 29 мартта Өфөлә була.