Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, техника паркы яңыртыла. Быйыл ер эшкәртеү машиналары һаны 250-гә арта. 11 мең 200 трактор һәм 5 мең сәскес баҫыуҙарға сыға. Әле техника 90 процентҡа әҙер, - тине Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Быйыл яҙ 2 миллион гектарҙан ашыу ер сәселә.