Башҡортостанда яҙғы ташҡынға бәйле хәл тотороҡло


Һуңғы тәүлектә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү үҙәгенә Салауат районында һыу баҫыу тураһында бер шылтыратыу ҡабул ителгән. Йәмғеһе яҙғы ташҡын хәүефе осоро башланғандан алып 515 мөрәжәғәт эшкәртелгән. Бөгөнгә йылғаларҙа ташҡын күтәрелеүе Ҡариҙел һәм Баҡалы райондарында теркәлгән. Ә Өфөлә, Белорет районы Әр ташы ауылы янында Ағиҙелдә һәм баш ҡаланың Шаҡша биҫтәһендә Ҡариҙелдә һыу кимәле түбәнәйеүе күҙәтелә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә һыу ятҡылыҡтарында күҙәтеү алып бара.


Ташҡын ваҡытында республика ауыл-ҡалаларында эсәр һыу сифаты тикшерелә. Төбәк буйынса Роспотребнадзор идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә зарарланыу осраҡтары теркәлмәгән. Республика халҡы үҙ ҡоҙоғо йәки шишмә һыуын тикшереүгә тапшыра ала. Ташҡын арҡаһында һыу тәьминәтенән өҙөлгән ауылдарға эсәр һыу килтереү ойошторолған.

Ленария Ямалетдинова, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре


Эсәр һыу сифатын беҙ йыл әйләнәһенә тикшерәбеҙ. Ташҡын ваҡытында был эш көсәйтелә. Был үҙәкләштерелгән һыу тәьминәтенә ҡағыла. Һынауға алынған һыу органолептик сифаттарына - йәғни төҫө, тәме, еҫе һәм микробиология күрһәткәстәре буйынса тикшерелә.

Галина Пермина, Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе урынбаҫары