Башҡортостанда Йәмәғәт палатаһы вәкидәре тарафынан уҙғарылған асыҡ дәрестәр старт алды

Ул 2 ай дауам итәсәк. Тәүге дәресте Өфөнөң 1-се республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡыусылары өсөн Лида Исәргәкова үткәрҙе. Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары йәмәғәтселәрҙең нимә менән шөғөлләнеүе, улар алдында ниндәй бурыстар ҡуйылыуы һәм тормошҡа ашырылған проекттар хаҡында һөйләне. Уҡыусыларға коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың нимә икәнлеген һәм гранттар ярҙамында төрлө идеяларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге менән таныштырҙылар. Балалар үҙҙәре лә социаль проекттар яҙып «Росмолодежь» һәм «Беренселәр хәрәкәте»нән аҡсалата грант еңә ала.


Әлбиттә, йәмғиәтте өйрәнеү фәнендә уҡыусылар гражданлыҡ йәмғиәте институты темаһын үтә. Ләкин Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре менән танышыу, аралашыу һәм уларға һорау биреү балаларҙың аҡылын киңәйтер, тигән фекерҙәбеҙ. Әүҙем үҫешкән республикала йәшәйбеҙ һәм әлеге дәрестән алған белем студент йылдарында ла, эшләй башлағас та кәрәк булыр тип ышанабыҙ.

Лида Исәргәкова, Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары