Әсәй ҡабыҙған йондоҙ. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә йәш шағирә Зарина Бағышаеваның сираттағы йыйынтығы донъя күрҙе. Ошо уңайҙан фирма магазинында баҫманың исем туйы үтте. Кисә әҙибәнең яҡындарын, уҡытыусылары һәм нәфис әҙәбиәт һөйөнселәрҙе бергә йыйҙы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Йылайыр ҡыҙы Зарина Бағышаева тыуған яғына һөйөүен шиғри юлдар аша белдерә. Төбәктең Һабыр ауылында тыуып үҫкән замандашыбыҙ бала сағынан нәфис әҙәбиәт ҡыҙыҡһына, ижад итә. Уның тәүге әҫәрҙәре район гәзитендә, республика ваҡытлы матбуғат биттәрендә донъя күрә.
Йылдар дауамында йыйылған шиғри әҫәрҙәре бер-бер артлы айырым китап булараҡ та нәшер ителә. «Әсәй ҡабыҙған йондоҙ» тип исемләнгәнен Зарина Бағышаева ата-әсәһенең яҡты иҫтәлегенә арнаған.
Әйткәндәй, Зарина нәшриәттә уңышлы тормошҡа ашырылған «Йәштәр тауышы» серияһы ҡатнашыусыһы ла. Тап ошо проект сиктәрендә донъя күргән «Яҙ бүләге» исемле китабы менән ул үҙ уҡыусыһын таба. Нәфис әҙәбиәтте һөйөүселәр уның эскерһеҙ, ихлас, үҙенә генә хас шиғри күңеллелеген үҙ итә.
Зарина Урал ҡыҙы бөгөн дә рухи эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Белемен фән донъяһында ла камиллаштыра. Уҡытыусы булараҡ башҡорт теленең матурлығын үҫеп килеүсе быуынға ла еткерә. Ә шиғриәт уның ҡанатландырыусы, илһамландырыусыһы булып ҡала.
Азат Ғәлиуллин