Өфөлә 17 йәшкә тиклемге спортсылар араһында страйкбол буйынса республика беренселеге үтте

Унда 9 команда ҡатнашты.Биш күнегеүҙе үҙ эсенә алған хәрби-тактик уйын иғтибар, стратегия һәм тактика төҙөүҙе талап итә. Был юлы коллективтар «ҡатмарлы сәп» дисциплинаһында көс һынашты, унда бер үк ваҡытта сәпкә атып, дошманға һөжүм итергә кәрәк. Турнир түңәрәк системаһы буйынса ойошторолдо. Спортсыларҙың барыһы ла республиканың төрлө уҡыу йорттарынан. Ярыш һөҙөмтәһе буйынса Белореттар иң яҡшы күрһәткескә өлгәште. Улар бер тапҡыр ҙа еңелмәне һәм максималь 24 мәрәй йыйҙы. Страйкбол буйынса киләһе ярыш шулай уҡ Өфөлә үтәсәк, майҙа өлкән спортсылар көсөләрҙе асыҡлаясаҡ.