Уларҙың 54-нә аҡсалата ярҙам күрһәтелгән. Бөгөн урында ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Унда халыҡ үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә. Йорттарҙан һыу, ҡураларҙан боҙ киҫәктәре сығарыла. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Дүрт тәүлек самаһы торған оло һыу кире ҡайтҡан. Низамовтар бөгөн ташҡын эҙемтәләрен бөтөрә. Ғаилә йорт-ҡураны тәртипкә килтерә, өйҙәрен елләтә.
Һыуҙың кинәт күтәрелеүен аҙауҙар көтмәгән. Бындай ташҡынды ла улар тиҫтәләрсә йыл күргәне булмаған.
Ҡыҙғанысҡа, юғалтыуҙар ҙа юҡ түгел.
Оло һыу күтәрелгәс тә халыҡ мәктәпкә эвакуациялана. Ауылдаштарҙың берҙәм көсө ярҙамында ғәрәсәттә кеше ғүмеренә зыян килмәй. Әле мәктәптә халыҡ дөйөм туҡланыу ойошторған.
Аҙауҙарға килгән бәләнән күрше ауылдар ҙа ситтә ҡалмаған. Мөмкин тиклем аҙыҡ-түлек, йорт кәрәк-яраҡтарын килтерергә тырыша.
Аҙауҙарҙы Башҡортостан Хөкүмәте лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү, зыян күреүселәргә ярҙам сараларына бәйле ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Шулай уҡ халыҡты ҡабул итеү ҙә ойошторолған. Аҙауҙар белгестәрҙән үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Һәм мәсьәлә ташҡынға бәйле осраҡҡа ғына ҡайтып ҡалманы.
Ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре дауам итә. Урында ике берәмек техника, шунсама хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителгән. Йорттарҙан һыу, ҡураларҙан боҙ киҫәктәре сығарыла. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов белдереүенсә, Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдар ай дауамында контролдә ҡаласаҡ. Биләмәне һауанан да күҙәтеү алып барыла.
Ташҡындан зыян күргән аҙауҙарҙан 106 ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың 54-нә аҡсалата ярҙам күрһәтелгән. Тейешле компенсация милек хужаларына ҡаралған. Бынан тыш, малдарын юғалтҡандарға өҫтәмә финанс ярҙам бүленәсәк.
Азат Ғәлиуллин