Бөйөк Ватан һуғышында Ғафури районынан 13 меңдән ашыу ир-егет ҡатнашҡан, фронттан уларҙың яртыһы ғына әйләнеп ҡайтҡан. Сафтар йылдан-йыл һирәгәйеп, әле тик бер генә ветеран иҫән. Фронт һыҙығында «Катюша» тип аталған хәрби машина менән оҫта эш иткән Ғәбдрәхим Садиҡов бөгөн 101 йәшен билдәләне. Сираттағы Еңеү яҙын ҡаршылаған ветеран менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина осрашты.
Ихтирам һәм иғтибар билдәһе. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәхим Садиҡов йәшәгән йорттан иртәнге сәғәттәрҙән ҡунаҡтар өҙөлмәй. 101 йәшен тултырған сал сәсле яугирға ҡотлау һүҙҙәре еткерелә. Урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә һуғыш йылдары йырҙары менән фронт һыҙығында сыныҡҡан күңелде йылытты.
Ғәбдрәхим Саттар улы өлкән йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, хәтере яҡшы, бала саҡ һәм һуғыш йылдары хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. 1942 йылда үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа, фашистик көстәргә ҡаршы ҡаты алыштарҙа ҡатнаша.
1945 йылдың Еңеү яҙынан һуң Ғафури районына 600-ән ашыу һалдат ҡайтҡан. Бөгөн тик бер ветеран ғына сафта. Бер быуаттан ашыу ғүмер юлы үткән яугирға оло хөрмәт күрһәтелә.
Ғәбдрәхим Саттар улы һуғыштан һуң 1947 йылда тыуған яғына ҡайтып, бар булмышын тынғыһыҙ хеҙмәткә арнай. Оҙон ғүмерлелек серен дә тап эш менән янып тормош көтөүгә бәйләй. Ғаиләһе лә ҙур, бөгөн ул балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй.
Сал сәсле ветеран һәр яҙҙы ҡыуанып ҡаршылай. «Беҙ - еңеүселәр» быуыны тип ғорурлана.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәхим Садиҡов Еңеү көнөн - 9 майҙы йыл һайын көтөп ала. Быйыл да уның йорт алдында парад ойоштороу ҡаралған. Үҙешмәкәр коллективтар әле әҙерлек эше алып бара. Байрам концерты көтөлә.
Гөлназ Хәйбуллина