Зөлфиә Ғайсина Әбйәлил халҡы менән осрашты


Әбйәлил районы халҡы Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет рәйесе Зөлфиә Ғайсина менән осрашты. Бөгөн ул Хәлил һәм Сиҙәм ауылдарында эшләне. Тәүгеләрҙән булып йәмәғәтсегә Миңлеғол Мусина мөрәжәғәт итте. Хеҙмәт ветераны ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн түләү мәсьәләһен күтәрҙе. Уның әйтеүенсә, күрһәтелгән хеҙмәт өсөн бөгөн һәр кешегә 111 һумлыҡ квитанция килә. Күптәр бындай хаҡ менән килешеп етмәй. Өҫтәүенә, контейнерҙар алыҫта урынлашҡан.

Сүп-сар реформаһынан тыш, ауыл халҡы медицина һәм пенсия алыу мәсьәләһен дә күтәрҙе. Шулай уҡ граждандар «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһын камиллаштырыу проекты менән ҡыҙыҡһынды. Зөлфиә Ғайсина билдәләүенсә, күсмә ҡабул итеүҙең маҡсаты - граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм тергеҙеү, граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеү.


Осрашыуҙа күтәрелгән мәсьәләләр ентекле өйрәнеләсәк. Шулай уҡ «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһын камиллаштырыу буйынса тәҡдимде төбәк башлығына еткерергә уйлайбыҙ Сөнки был көнүҙәк проблема һәм ул ауыл ерендә йәшәүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Зөлфиә Ғайсина, Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет рәйесе