Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында диплом тапшырыу тантанаһы үтте . Уҡыу йортон 163 магистр тамамланы. Улар - Дәүләт һәм муниципалитет идаралығы, иҡтисад һәм менеджмент факультетының сығарылыш курсы йәш белгестәре. Тантана Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың ҙур залында үтте. Академия магистратураһында белем алыусылар араһында әле үк төрлө ведомстволарҙа эшләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәр, республиканың идара итеү резервына дәғүә итеүселәр бар. 163 магистрҙың 81-е уҡыу йортон ҡыҙыл диплом тамамланы.