Өфөнөң «Родина» кинотетарында «Үҙебеҙҙекеләр. Һуғыш тураһында баллада» хәрби драмаһы күрһәтелде

Фильм аэроразведчиктар батальоны отряды көндәлеген бәйән итә. Картинаның ябыҡ премьераһына махсус хәрби операция ветерандары, уларҙың ғаилә ағзалары, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, саҡырылған ҡунаҡтар йыйылды. «Родина» кинотеатры фойеһында хәрби темаға бағышланған күргәҙмә, маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе тәҡдим ителде.

«Үҙебеҙҙекеләр. Һуғыш тураһында баллада» фильмының нигеҙенә Времевка ауылы эргәһендәге оборона ваҡиғалары алынған. Сценарий авторы һәм режиссеры - майор, ике тапҡыр Батырлыҡ ордены кавалеры Артем Артемов. Фильм авторҙың һәләк булған хәрби иптәштәренә бағышланған. Хәрби драманы былтыр йәй төшөрә башлайҙар. Съемка Донецк Халыҡ республикаһы һәм Запоржье өлкәһе полигондарында, һуңынан Ставрополье крайында һәм Мәскәүҙә өс ай дауам итә. Фильмды төшөрөп бөткәс, Артем Артемов кире фронтҡа юллана, әле ул «Барс-Сармат» отряды командиры урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт юлын дауам итә. Кинокартина яҡын арала киң тамашасыға тәҡдим ителәсәк.