Ошо дәүҙерҙә унда 2000-дән ашыу белгес өҫтәмә белем алған, профессилональ квалификацияһын үҫтергән. Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһына Евразия Телевидение һәм радио академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Шәүрә Ғилманова нигеҙ һалған һәм бөгөнгәсә уны етәкләй. Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһын тамамлаған белгестәр бөгөн БСТ, «Рәсәй», «Ҡурай», «Тамыр» кеүек алдынғы телеканалдарҙа һәм радиоларҙа эшләй.
Ике аҙнанан Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһында хәбәрселәр өсөн уҡыу башлана. Дәрестәр 8 апрелдән 17 апрелгә тиклем, йәкшәмбенән башҡа, көн һайын үтер, тип көтөлә.. Мәктәптең сираттағы курсы хәбәрселәр өсөн генә түгел, блогер, медиаүҙәк етәкселәре, матбуғат хеҙмәте эшселәре өсөн дә файҙалы булмаҡсы. Профилле вуздар профессорҙары, иң яҡшы журналистар менән бергә теория үҙләштергәндән һуң, курсты үтеүселәр уны урында уҡ практикала һынап ҡараясаҡ. Заявка ҡалдырыу тәртибе һәм тулыраҡ мәғлүмәт менән Bash.news сайтында йәки 8 (347) 262-87-00 телефон һандары буйынса шылтыратып танышырға мөмкин.