Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре көнө алдынан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге спецназ отряды яугирҙары уҡыусылар, кадеттар өсөн экскурсиялар уҙғара, ә хәрби институттар курсанттары подразделениела стажировка үтә. Яугирҙәр уларҙы ҡорал, хәрби техника, тренажерҙар һәм берләшмәнең барлыҡҡа килеү тарихы һәм уның хәрби юлы менән таныштыра.