Өфөлә йөҙөү буйынса Волга буйы федераль округы чемпионаты һәм беренселеге уҙҙы


Рима Баталова исемендәге республика спорт әҙерлеге үҙәгендә йөҙөү буйынса Волга буйы федераль округы чемпионаты һәм беренселеге уҙҙы. 14 төбәк ағзалары көс һынашҡан турнирҙың төп маҡсаты - ҡатнашыусылар араһында сәләмәт тормошто пропагандалау, спортҡа ылыҡтырыу.


Өфөгә беренсегә килдем һәм бындай мөһим ярышта тәүге тапҡыр ҡатнашам. Дөйөм алғанда, барыһы ла оҡшаны, бассейн яҡшы, ҡала ла матур

Альберт Ғәтиәтуллин, Волга буйы федераль округы беренселеге еңеүсеһе

Ярыш 3 көн дауам итте. Еңеүселәр 13-18 апрелдә Ҡазанда Рәсәй чемпионатында көс һынашасаҡ. Шулай уҡ иң көслө спортсылар Саранскиҙа Рәсәй беренселегендә ҡатнаша. Башҡортостан данын ике команда яҡланы. Уларҙың иҫәбендә көмөш һәм бронза миҙалдар, беренселектә өс дүртенсе һәм беренсе урын.


Ярыш ауыр ғына үтте, сөнки арабыҙҙан өсәү быға тиклем икенсе ярышта булды. Дистанцияны 10 минут эсендә йөҙөп сыҡтыҡ.

Азалиә Әйүпова, Волга буйы федераль округы чемпионатының көмөш призеры