Радий Хәбиров Евразия Күсмә цивилизациялар музейы мәсьәләләренә арналған эш кәңәшмәһе уҙғарҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында Евразия Күсмә цивилизациялар музейы төҙөлөшө мәсьәләләренә арналған эш кәңәшмәһе уҙғарҙы. Билдәләнгән план буйынса, биләмәлә өс ҙур объект - музей, башҡорт аты һәм һунар ҡоштар үҙәге, спа-шифахана буласаҡ. Күләмле төҙөлөшкә тиклем инженер коммуникацияларҙы әҙерләү талап ителә. Яуаплы министрлыҡ-ведомстволар һәм ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма етәкселеге ҡатнашлығында үткән эшлекле осрашыуҙан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Турахан кәшәнәһе эргәһендә сафҡа индерелгән визит-үҙәк ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республиканың иң популяр туристик маршруттары иҫәбенә индерелде. Евразия күсмә цивилизациялар музейы проектының тәүге этабына ярашлы, быйыл Шишмә районындағы тарихи биләмәлә йәнә төҙөлөш эштәре башлана.

2026 йылда музей комплексының төп бинаһы төҙөлөшө лә башлана, ҡуйылған төп бурыстарҙың береһе - архитектура яғынан мөһабәт объектты тәбиғи ландшафтҡа яраҡлаштырып күтәреү. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, проект берҙәм стилдә эшләнгән.

Евразия Күсмә цивилизациялар музейы төҙөлөшө мәсьәләләренә арналған эш кәңәшмәһендә күләмле проектты тормошҡа ашырыу этаптары һәм эштәрҙе башҡарыу ваҡыты билдәләнде. Төп музей комплексын ғына алайыҡ, унда экспозициялар һәм конференция залдары, лабораториялар, картина галереяһы, интерактив киңлектәр, ресторан урыны була.

Музей комплексы биләмәһендә Башҡорт аты һәм һунар ҡоштар үҙәге, спа-шифахана төҙөлөшө лә планлаштырылған. Ҙур объекттарҙы күтәрә башлар алдынан биләмәгә инженер селтәрҙәр һуҙыу талап ителә. Кәңәшмә барышында газ, һыу, электр менән тәьминәт мәсьәләләре ҡаралды.

Визит үҙәктән алып Турахан кәшәнәһенә тиклем һуҡмаҡ һалынған, быд юл аша 8 ай эсендә генә һикһән меңдән ашыу кеше үткән. Халыҡтың уңайлығы өсөн яңы маршрут буйынса һуҡмаҡ төҙөлөшөн дауам итеү планлаштырылған, ул тиҙҙән сафҡа индерелергә тейеш.

Шишмә районы баш ҡалаға яҡын урынлашҡан, шуға күрә туристик маршрутты үҫтереү - уңышлы аҙым. Алдағы айҙарҙа биләмәлә тематик саралар, интерактив һәм фото-экспозициялар уҙғарыу, тирмәләргә бәйле мәғариф проекты тормошҡа ашырыу ҡаралған. Ә иң мөһиме - кәшәнә эргәһендә йәнә төҙөлөш эштәренә старт бирелә.

Гөлназ Хәйбуллина