Быйыл Салауатта яңы мәктәп төҙөлә башлаясаҡ

Шулай уҡ йәмәғәт киңлектәрен, ихата биләмәләрен һәм күп фатирлы йорт подъездарын төҙөкләндереү планлаштырыла. Был турала Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы активы менән осрашыуҙа белдерҙе. Асыҡ диалог форматында уҙған фекер алышыуҙа ҡала округын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Салауаттың яҙмышы, республиканың башҡа муниципалитеттары кеүек үк, миңә ят түгел, - тип билдәләне республика башлығы. Тиҙҙән ҡаланың "Көнсығыш" биҫтәһендә 800 урынлыҡ белем усағына нигеҙ һалына. Ул Өфөнән ситтә һәм тулыһынса республика иҫәбенә төҙөлә башлаған берҙән-бер урта дөйөм белем биреү учреждениеһы. Шулай уҡ быйыл Өфө-Ырымбур трассаһының Стәрлетамаҡтан Ергәнгә тиклемге арауығын киңәйтеү буйынса эштең төп күләме лә старт ала. Уны реконструкциялауға федераль финанслау йәлеп ителә. Ике йыл эсендә барыһын да эшләйәсәкбеҙ, тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе шулай уҡ быйыл майҙа Салауат эшҡыуарҙар берләшмәһе менән осрашыу үткәреү тураһында иғлан итте. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ер участкалары биреү, медицина кадрҙарын йәлеп итеү, заманса кинотеатр асыу мәсьәләләрен дә күтәрҙе.