Архангел районынында ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре дауам итә

Әле зыян күргән Аҙау ауылында ихаталар, урамдар боҙҙан таҙартыла. Был эшкә ҡеүәтле техника йәлеп ителгән. Бер рәттән эпидемиологик хәлде көйләү буйынса ла саралар күрелә. Ҡойоҡтарҙан бысраҡ һыу һурҙыртыла, һәләк булған малдар юҡ ителә, ҡуралар зарарһыҙландырыла. Ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.

Ҡойо тулы һыу ,әммә уның кәрәге лә юҡ. Ташҡын ҡураларҙағы бар бысраҡты йыуып алып ҡойоларға тултырған. Ҡотҡарыусылар һәр йорт буйынса йөрөп ҡеүәтле насостар батҡаҡты һурҙыртып ала.

Ләкин эсәр һыу әле генә таҙарырлыҡ түгел. Урамда ташҡын килтергән боҙҙар тулы ята. Урындағы властар техника ярҙамында уларҙы кире йылғаға ташлай. Эре боҙҙарҙы ярғылар өсөн хатта пневмо ломдар ҙа ҡулланалар.

Ҡотҡарыусылар менән бергә ауылда ветеринарҙар ҙа эшләй. Улар район хакмиәте менән берлектә малдар һәләк булған ихаталарҙы зарарһыҙландыра. Ташҡында дүрт йылҡы, ун һыйыр һәм йөҙләп ваҡ мал ҡырылған.

Аҙау ауылына килгән бәләгә республика халҡы ла битараф ҡалмай. Район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан үҙәккә бер туҡтауһыҙ гуманитар ярҙам килә. Һуңынан ул зыян күреүсе ғаиләләргә таратып бирелә.

Әле Аҙауҙа күрелгән зыян күләмен асыҡлау дауам итә. Хакимиәт вәкилдәре йорт һайын йөрөп юғалтыуҙарҙы барлай. Улар көндән көн арта ғына.

Айнур Кәбиров