Стәрлетамаҡ һәм Илеш райондарының бер нисә хужалығы ужым иген культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе минераль ашлама менән туҡландырыуға тотондо.
Билдәле булыуынса, йыл һайын ошо агротехник саранан яңы миҙгелгә старт бирелә. Киләһе этап - баҫыуҙарҙа дым ҡаплау, шунан һуң сәсеү эшен башҡарыу. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы миҙгел уртаса күп йыллыҡ ваҡыттан 2-3 аҙнаға иртәрәк килде. Республикала бөтәһе 1 миллион 580 мең гектарҙа иген культураларын сәсеү планлаштырылған. Техник культуралар менән майҙандар 607 мең гектар самаһы тәшкил итәсәк. Шулай уҡ ужым культураларының быйылғы уңышы өсөн 248 мең гектар сәселгән. Уларҙың 90 проценттан ашыуы яҡшы ҡышлаған.