Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте ойошторған хәйриә фестивалендә йыйылған аҡсаға Башҡортостан яугирҙарына квадроциклдар һәм мотоциклдар һатып алынған. Был техника яу яланында хәрбиҙәргә мобиль булырға, яралыларҙы сығарырға ярҙам итә. Быйыл хакимиәт исеменән 6 юғары үтеүсән техника алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән дә инде. Шулай уҡ бөгөнгө көндә ҡеүәтле пилотһыҙ осоусы аппарат алынған, ул дүрт килограмм ауырлыҡтағы йөктө ташый ала. Был гуманитар ярҙам 9 майға хәрбиҙәргә барып етер тип күҙаллана.