Бер юлы ете бәрәс. Шишмә районының Арыҫлан ауылында ете кәзә бәрәсе хаҡындағы әкиәт тормошҡа ашҡан. Анастасия менән Олег Борисяктарҙың хужалығында заанин тоҡомло кәзә хужаларын бер юлы ете бәрәс тыуҙырып ҡыуандырған. Ваҡ мал тәрбиәләүҙә 15 йыллыҡ тәжрибәһе булған фермер белдереүенсә, шәхси хужалыҡта бындай осраҡ тәүгә теркәлгән. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
Йорт хужабикәһе был малҡайҙарҙы айырым һөйөү менән баға. Кәзәне һауып, бәрәстәр тиҙерәк нығынып китһен өсөн үҙ ҡулдары менән һөт имеҙә. Бәләкәстәрҙең аппетиты яҡшы. Уларға көнөнә бе-нисә тапҡыр яртышар литр һөт бирелә. Әммә инә кәзәнеңң һөтә алты бәрәсте туйындырырға етмәйәсәк, ти хужабикә. Бер-нисә айҙан һуң уларға шыйыҡ маный бутҡаһын бешерә башлаясаҡтар. Бәрәсләгәндән һуң Феняның яңынан нығынаһы ла бар бит.
Заанен кәзәләренең һөтө тәмле, туҡлыҡлы, бер ниндәй ҙә сит еҫтәре юҡ. Кәзә һөтө тын юлдарын дауалауҙа һаулыҡ өсөн файҙалы. Шулай уҡ унан эремсек, сыр һәм май алырға мөмкин.
Феняны Борисяктар ғаиләһе өс йыл элек һатып алған. Тәүге йылды уҡ малҡай биш бәрәс килтергән. Бер йыл ял иткәндән һуң, быйыл 21мартта бөтәһен дә ғәжәпләндереп, етәүҙе бәрәсләгән.
Был бәрәс башҡа туғандарынан үҙенең ҡара-сыбар төҫө менән айырыла.Орғасы бәрәскә хужалар Сыбарҡай тип исем ҡушҡан. Әсәһенә оҡщап ул да рекорд ҡуясаҡ, тип ышана йорт хужалары.
Тиҙ үрсегән малҡайҙарҙы ҡарау һәм тәрбиәләү йорт хужаһы иңендә. Олег Владимирович Феня бәрәсләр алдынан ҡорһағы артыҡ ҙур булыуына иғтибар иткән, бәрәстәр күп буласағын да алдан тойомлаған. Хужаға Феня бәрәсләгәндә 4 cәғәт тирәһе эргәһендә тороп ярҙам итергә тура килгән.
Хужалыҡта тыуған ете бәрәстең алтауһы имен-һау. Уларҙың иәкүһе орғасы, дүртәүһе тәкә.Фермер хужалығындағы ваҡ малдың һаулыҡ торошо ауыл ветеринары күҙәтеүендә. Ете бәрәс килтереүсе рекордсмен кәзә мал табибының эш тәжрибәһендә беренсе тапҡыр теркәлгән.
Заанен тоҡомло кәзәләрҙең тыуған яғы Швейцариялағы Альп тауҙары.Улар тиҙ үрсеүсән . Әммә был малҡайҙарҙы шәхси хужалыҡтарҙа аҫрауҙың үҙ нескәлектәре бар, ти ауыл хужалығы белгестәре.
Кәзәнең һөтө телендә, ти тәжрибәле малсылар.Борисяктар хужалығында аҫралған малҡайҙар хәстәрлекле ҡулдарҙа. Йәшел үлән ҡаллҡҡансы улар яҡшы шарттарҙа йылы һарайҙа торасаҡ.
Гүзәл Борханова