Көн тәртибендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге проблемалар һәм тәҡдимдәр. Осрашыуҙар урындағы район хакимиәте һәм коммуналь ойошмалар вәкилдәре, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ҡатнашлығында үтә. Фекер алышыу диалог форматында ҡоролған. Өфөнөң Совет районында йәшәүселәрҙе, мәҫәлән, капиталь ремонтҡа бәйле һорауҙар борсой.
Әйткәндәй, дәүләт капиталь ремонт программаһын хуплай, әммә халыҡтың ҡатнашлығынан тыш проблема хәл ителмәй. Чиновниктар билдәләүенсә, республика ил буйынса түбән түләүҙәр индерелгән төбәктәрҙең береһе. Тарифтарҙан айырмалы, төҙөлөш материалдарына хаҡтар бер нисә тапҡырға күтәрелгән. Капиталь ремонт өсөн иғәнәләр Тарифтар буйынса дәүләт комитеты тарафынан көйләнмәй. Юғиһә коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ йәнә артыр ине, тип билдәләнде осрашыуҙа.