112 системаһына шылтыратыуҙарҙың 1 проценты "балалар шуҡлығы" тип аталды

Быйыл ошондай 9 мең шылтыратыу булған, тип  хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Мәктәп каникулдары  ваҡытында был осраҡтарҙың артыуы мөмкин. Ата-әсәләргә балаларҙы иҫкәртергә, ялған шылтыратыуҙарҙың операторҙар эшенә ҡамасаулауы тураһында аңлатырға кәңәш ителә. Балаларҙың яҙғы каникулы был аҙнала башлана.