Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 21-се ултырышында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 21-се ултырышында ҡатнашты. Депутаттарға республика Хөкүмәтенең 2024 йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса отчет тәҡдим ителде. Ҡатмарлы осор булыуға ҡарамаҫтан, төбәк иҡтисади һәм социаль тотороҡлоҡто һаҡлаған, күп тармаҡтар буйынса үҫеш күҙәтелә. Башҡортостан етәкселеге тарафынан амбициоз маҡсаттар ҙа ҡуйылған. Әйтәйек, быйыл 800 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп итеү планлаштырылған. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Махсус хәрби операция бурыстарын үтәү, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү - Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Былтыр ошо маҡсатта 13 миллиард 400 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Шифахана-курорттарҙа дауалауҙан алып льгота менән газ үткәреүгә тиклем - төбәктә республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 43 ярҙам сараһы ҡабул ителгән. Алғы һыҙыҡҡа даими рәүештә гуманитар ылауҙар ҙа оҙатыла.

Көнбайыш санкцияларына ҡарамаҫтан, республика иҡтисады ла ышаныслы үҫешә. Башҡортостан инвестиция климаты торошо милли рейтингында иң яҡшы өс төбәк исемлегендә. Халыҡ-ара һәм тышҡы сауҙа бәйләнештәр нығый. Йөҙҙән ашыу ил менән хеҙмәттәшлек булдырылған.

Ҡалдыҡтар әйләнеше өлкәһендә лә инфраструктура үҫешә, эре инвесторҙар йәлеп ителә. Шул уҡ ваҡытта атмосфера һауаһын һаҡлау мәсьәләһендә сәнәғәт предприятиелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған.

Янғында, һыуҙа һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кеше үлемен булдырмау ҙа - Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлеш. Яуаплы хеҙмәттәрҙең матди-техник базаһы нығый.

Республика Хөкүмәтенең 2024 йылдағы эш һөҙөмтәләренә арналған отчетта сәнәғәт, төҙөлөш, ауыл хужалығы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм туризм өлкәләрендәге ҡаҙаныштар барланды, яңы бурыстар билдәләнде. Тәүмаҡсат - Башҡортостан ҡеүәтен арттырып, халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү.

Башҡортостан ил кимәлендә ваҡиғалар потенциалы рейтингында тәүге 5 төбәк исемлегендә. Былтыр ғына Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге күләмле саралар, шул иҫәптән Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы, Ялта иҡтисади форумы юғары кимәлдә үтте. Мәскәүҙәге «Рәсәй» күргәҙмә-форумында ла Башкортостан лайыҡлы күрһәтелде. Быйыл да юғары позицияны һаҡлап ҡалыу бурысы ҡуйылған, Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәр менән күп яҡлы бәйләнештәр булдырыла.

Гөлназ Хәйбуллина