27 март - Рәсәй милли гвардия ғәскәрҙәре көнө. Ватанды һаҡлаусыларҙың айырым категорияһы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Хәрбиҙәр һәм ведомство хеҙмәткәрҙәре үҙ эшендә көн һайын тиерлек ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Улар ҙур яуаплылыҡ менән граждандарҙың тыныслығын һаҡлай, йәмғиәт хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Илһөйәрлек байрамы. Рәсәй милли гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге республика отряды профессиональ байрамын билдәләй. Отряд генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Состав был юғары исемгә тап төшөрмәй, тәртип һәм именлекте тәьмин итеүгә лайыҡлы өлөш индерә, террорға ҡаршы көрәш, стратегик объекттарҙы һаҡлау буйынса ҙур эш алып бара. Гвардияның байтаҡ ағзалары махсус хәрби операцияла һөнәри бурыстарын үтәй. Милли гвардия ғәскәрҙәре хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне .
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров отряд хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырып, милли гвардия ғәскәрҙәрендә һайлаған һөнәренә тоғро, ҡыйыу, ҡаһарман ир-егеттәр хеҙмәт итә тип белдерҙе. Ҡатмарлы проблемаларҙы хәл итеүҙә һеҙҙең өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ, тине республика башлығы.
Башҡортостан башлығы махсус тәғәйенләнештәге отряд әҙерләгән күргәҙмә менән танышты. Бында заманса хәрби техника, ҡорал, пилотһыҙ осоу аппараттары өлгөләре күрһәтелде. Күргәҙмәләге ҡеүәтле транспорт саралары төрлө ҡатмарлыҡтағы юл шарттарында йөрөү өсөн ҡаралған. Тиҙҙән был техника алғы һыҙыҡтағы ватан һаҡсыларына ярҙамға оҙатыласаҡ.
Флорида Ким