Халыҡ-ара театр көнөндә республика театрҙары вәкилдәре «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Башҡортостандағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә йыйылды.
Төбәктә тормошҡа ашырылған «Кесе Ватан» мәҙәниәте проектының «Урындағы мәҙәниәт йорто», «Театр- балаларға», «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» программаларының тормошҡа ашырылыуы һөҙөмтәләре барланды. Алдағы йылға бурыстар билдәләнде. Федераль проект Башҡортостанда алты йыл эшләп килә. Ошо ваҡыт эсендә 800 миллион һум тирәһе аҡса йәлеп ителгән. 301 ауыл клубының матди- техник базаһы яңыртылған, 13 объект төҙөкләндерелгән. 40 берәмек транспорт һатып алынған.
Был аҙнала Өфөлә театр декадаһы бара, республика ҡалалары театрҙары баш ҡала сәхнәһендә былтырғы премьераларын күрһәтә. Проектҡа ярашлы, быйыл 9 яңы сәхнә әҫәре ҡуйыласаҡ, был маҡсатҡа 10 миллион һум аҡса тотоу ҡаралған.