Рәсәйҙә социаль пенсиялар артасаҡ

1 апрелдән ул 14 ярым процентҡа индексациялана. Был турала премьер-министр Михаил Мишустин белдерҙе. Социаль пенсия инвалидтарға, ҡарауһыҙ ҡалған кешеләргә, пенсия билдәләү өсөн хеҙмәт стажы тулмағандарға тәғәйенләнә. Шулай уҡ апрелдә хәрбиҙәр, Бөйөк  Ватан һуғыш ветерандарына түләү арта. Бының өсөн бюджетта  85 миллиард һум ҡаралған.