"Башҡорт йорто" программаһы концепцияһы әҙерләнде

Проект аҙ ҡатлы шәхси йорттар төҙөлөшөн әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән. Документҡа премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылда республикала  3 миллион  300 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Уның 70 процентҡа яҡыны шәхси төҙөлөшкә тура килә. Концепция 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уны ике этапта ғәмәлгә ашырыу көтөлә.