Быйыл Башҡортостанда «Ауыл фельдшеры» программаһында ҡатнашыусылар пособие аласаҡ


Быйыл Башҡортостанда «Ауыл фельдшеры» программаһында ҡатнашыусы 33 белгес 500-әр мең һум күләмендә пособие аласаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙә яҙып сыҡты.

Төбәк етәксеһе белддереүенсә, республикала ауыл медицинаһы өсөн күп эшләнә - һуңғы йылдарҙа ғынаБашҡортостанда 500 фельдшер-акушерлыҡ пун:кты, 10 участка дауаханаһы һәм табип амбулаторияһы яңыртылған. «Ауыл табибы/ Ауыл фельдшеры» федераль программаһы табиптарҙы ауыл дауаханаларына эшкә йәлеп итә. Федераль программа менән бер рәттән, республикала фаптарға иҫәпләнгән үҙ программа тормошҡа ашырыла. Быйыл унда ҡатнашыусыларға 500-әр мең һумдан 33 пособие түләү ҡарала» тип белдергән Радий Хәбиров.