Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар планы бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән киңәйтелгән ултырышта ҡаралды. Төп байрам тамашалары баш ҡалала һәм республика район-ҡалалары үҙәгендә ойоштороласаҡ. Еңеү парады йола буйынса быйыл да Өфөнөң Ҡала Советы алдындағы майҙанда үтә. Юбилей йылға бәйле ул тағы күләмлерәк һәм сағыуыраҡ итеп билдәләнер тип көтөлә. Парадҡа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәрби техникалар менән бергә, тиҫтәнән ашыу бәләкәй авиация йәлеп ителәсәк. Тәүге репетиция апрель аҙағында үтә.