Ғафуриҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам арта

«Ярҙам йәнәшәлә». Ғафури районында «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы социаль координаторҙары биш меңгә яҡын мөрәжәғәтте эшкә алып, күп өлөшөн эшкәрткән. Шифахана-курорт дауалауҙан алып газ үткәреүгә тиклем - республикала бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 43 төр ярҙам сараһы ҡаралған. Фонд белгестәренең халыҡ менән алып барған эше - киләһе яҙмала.

Республикала «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы асылыу менән Ғафури районында ла социаль координаторҙар эше йәнләндерелә. Урындағы хакимиәт менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, бина ла бүленеп, кабинеттарында капиталь ремонт уҙғарыла. Хәҙер халыҡты ҡабул итеү, консультациялар ойоштороу өсөн заманса шарттар булдырылған. Махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың яҡындарына оло хәстәрлек күрһәтелә.

Психологик һәм юридик ярҙамды көсәйтеү маҡсатында айырым проект та әҙерләнгән. Йыл дауамында ул Башҡортостан башлығы грантына уңышлы тормошҡа ашырылған.

Социаль координаторҙар билдәләүенсә, фондҡа ҡарата халыҡтың ышанысы йылдан-йыл арта ғына. Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Халыҡҡа күп яҡлы ярҙам күрһәтелә.

Гөлназ Хәйбуллина