Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Алтын битлек» милли театраль премияһының «2023-2024 йылдарҙа театр сәнғәтен үҫтереүгә лайыҡлы өлөшө» өсөн номинацияһында еңеүсе Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Айрат Әхмәтшинды оло еңеүе менән ҡотланы.
Айрат Әхмәтшин- Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актеры. Лауреаттар исемлегендә барлығы 14 кеше, шул иҫәптәнНикита Михалков, Марина Неелова, Марк Розовский, Евгений Стеблов кеүек күренекле сәнғәт эшсмәкәрҙәре. «Ҡурсаҡ театрына Айрат Әкрәм улы 59 йыл ғүмерен арнаған. Уға һоҡланам һәм еңеү меннә ҡотлайым. Барлыҡ тамашасыларҙы - кескәйҙәр һәм өлкәндәрҙе лә театрға саҡырам.» тигән Радий Хәбиров.