Башҡортостан мосолмандары Ураҙа байрамын ҡаршыларға әҙерләнә. Әле Рамаҙан айының һуңғы көндәрендәифтар үткәреп ҡалырға ашығыусылар күп.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залы коллекивының яртыһы быйыл ураҙа тота һәм тәүге тапҡыр ифтар, йәки ауыҙ асыу сараһын ойошторҙо. Мәжлестә билдәле сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаны, илебеҙгә именлек, ғаиләләргә бәхет теләп доға ҡылынды. Шулай уҡ ифтарға әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған махсус хәрби операция яугирҙары саҡырылды. Талғәт Тажетдин һәм Хәмзә хәҙрәттән вәғәздәр яңғыраны.