Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса "Газель" менән "МАз" автомобилдәре бәрелешкән. Ағиҙел ҡалаһынан йөк фургонына идара иткән 65 йәшлек ир светофорҙың тыйыу сигналына туҡтаған икенсе йөк автомобиленә бәрелә. Һөҙөмтәлә үлемесле йәрәхәтләнгән ир ашығыс ярҙам машинаһы килгәнсе һәләк була. Юл-транспорт фәжиғәһен тикшереү дауам итә.