Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының мәғрифәт буйынса комитеты вәкилдәре менән осрашты. Парламентарийҙар Өфөлә урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу мәсьәләләре буйынса күсмә ултырышта ҡатнаша.
Төбәк башлығы билдәләүенсә, урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Республикала ошо өлкәлә етди тәжрибә тупланған. Федераль кимәлдә бер нисә ҡарар ҡабул ителгән. Был тәү сиратта урта һөнәри белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау буйынса президент программаһы, тине Башҡортостан башлығы.
Башҡортостан был өлкәгә күпләп федераль сығымдар йәлеп итеп кенә ҡалмай, уларҙы һөҙөмтәле файҙалана. Ул урта һөнәри белем биреү системаһын үҫтереүгә йүнәлеш бирҙе. Шуға ла комитеттың ошо тема буйынса тәүге күсмә ултырышын Өфөлә үткәрергә ҡарар иттек, тине Дәүләт Думаһының мәғрифәт буйынса комитеты рәйесе Ирина Белых.