Дәүләт Думаһының мәғрифәт буйынса комитетының күсмә ултырышында башланғыс һөнәри белем биреүҙең яңы моделе тәҡдим ителде. Уны илдең мәғрифәтселек министрлығы белгестәре әҙерләгән. Түбәнге парламент депутаттары Башҡортостандың урта һөнәри белем биреү учреждениелары вәкилдәре менән берлектә яңы йүнәлеште ентекле өйрәнде һәм үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Күсмә ултырыштың тап Башҡортостанда ойошторолоуы ла осраҡлы түгел. Республика эшсе һөнәргә уҡытыу тәжрибәһен һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уны яңы кимәлгә сығара алды. Яңы уҡытыу моделендә был ҡаҙаныштар ҙа үрнәк итеп алынасаҡ, тине Дәүләт Думаһы депутаттары.
Был уҡыу йортонан һәр саҡ тәмле еҫтәр аңҡый. Иртә таңдан алып кискә тиклем студенттар аш-һыу әҙерләргә өйрәнә. Ҡыҙҙар пицца бешерһә, егеттәр ҡамыр баҫа. Дөрөҫ, ҡул менән түгел, ә заманса технологиялар ярҙамында. Бында барыһы ла автоматлаштырылған, һанлаштырылған һәм заман талаптарына яраҡлаштырылған.
Өфө тармаҡ технологиялары колледжы ашнаҡсылар, кондитерҙар, хеҙмәтләндереү өлкәһе белгестәре тәрбиәләгән төп уҡыу йорттарының береһе. Һуңғы йылдарҙа тап ошо һөнәрҙәргә ихтыяж арта, ти уҡытыусылар. Үткән йылдың башында колледж ике йүнәлеш буйынса «Профессионалитет» федераль проектында еңеүгә өлгәшә. Һөҙөмтәлә 70 миллион һумға матди-техник база яңыртыла. Ә республика ҡаҙнаһынан бүленгән 50 миллионға капиталь ремонт яһала.
Колледждарҙың эшмәкәрлеген камиллаштырыуға «Профессионалитет» федераль проекты ҙур өлөш индерә. Уның сиктәрендә генә республикаға бер миллиард 6 йөҙ миллион һум аҡса йәлеп ителгән. Программала ҡатнашыусы белем биреү учреждениелары матди-техник базаһын нығытһа, студенттар гарантияланған эш урындары менән тәьмин ителә. Эш биреүселәр үҙ сиратында юғары әҙерлекле белгестәр ала. Республика федераль проектта ҡатнашып финанстар алыу күләме буйынса илдә алдынғылар рәтендә.
Башҡортостандың урта һөнәри белем биреү системаһы эшмәкәрлеген Дәүләт Думаһының мәғрифәт буйынса комитеты рәйесе башҡа төбәктәргә өлгө итеп ҡуйҙы. Депутаттар ултырышҡа йыйылыр алдынан бер нисә уҡыу йортонда булып уларҙың тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан.
Юғары квалификациялы, көнәркәшлеккә ҡаршы тора алырлыҡ кадрҙар әҙерләү һөнәри белем биреү системаһы алдында торған төп бурыс. Башҡортостан башлығының киҫкен мәсьәлә менән шәхсән шөғөлләнеүе үҙ һөҙөмтәләрен бирә, тине Ирина Белых.
Дәүләт Думаһының мәғрифәт буйынса комитетының күсмә ултырышында эшсе һөнәрҙәргә уҡытыуҙың яңы моделе лә тәҡдим ителде. Тармаҡ министрлығы туғыҙынсы кластан һуң һынауҙы үтә алмай яңынан имтихан тапшырырға әҙерләнгәндә һөнәр үҙләштереү мөмкинлеген билдәләй. Йәғни , ғәмәлдән сыҡҡан башланғыс һөнәри белем биреү системаһы камиллаштырылып, заман талаптарына яраҡлаштырылып кире ҡайтарылыуы ихтимал.
Айнур Кәбиров