Быйыл 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә «Әсәлек капиталын» ҡулланып шәхси йорт һатып алыу ҡағиҙәләре ҡәтғиләште

Граждандарҙан күсемһеҙ милектең йәшәргә яраҡлы булыу-булмауы тураһында һығымта талап ителә. Ошо маҡсатта ведомство-ара комиссиялар булдырылған. Өс ай эсендә генә Өфөлә йөҙҙән ашыу кеше йортто ҡабул итеү процедураһына яҙылған. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ксения Власкина ғаиләһе менән бергә Өфөнөң Нуғай ауылына күсенергә күптән хыялланған. Төҙөлөш компанияһы йортто күтәргән, тиҙҙән ул файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Сығымдарҙың бер өлөшө «Әсәлек капиталы»на ҡаплана. Йәш әсә билдәләүенсә, дәүләт ярҙамы ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа киң мөмкинлектәр аса.


«Әсәлек капиталы» йорт һатып алыуҙа уңышлы файҙаланыла. Ил һәм республика етәкселегенә балалы ғаиләләргә булған иғтибар өсөн рәхмәт.. Төҙөлөш өсөн иң яҡшы материал - ул кирбес. Шуға йортто һайлағанда ла стена ҡалынлығы, эштең башҡарылыу сифаты, биләмәләге инфраструктура үҫешенә лә иғтибар иттек.

Ксения Власкина

Быйыл «Әсәлек капиталы»н ҡулланып йорт һатып алырға теләүселәр өсөн яңы ҡағиҙә үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, муниципалитетта булдырылған ведомство-ара комиссиялар күсемһеҙ милекте тикшереп, уның йәшәүгә яраҡлы булыу-булмауы тураһында һығымта яһай. Янғынға сыҙамлыҡ кимәле, күрше йорттарҙан ни тиклем алыҫ урынлашҡан булыуы, электр, газ, һыу менән тәьминәте - бинаның тейешле талаптар һәм нормаларға яуап биреүе ҡарала. Нуғай ауылында төҙөлгән яңы йортта ҙур етешһеҙлектәр табылманы.

«Әсәлек капиталы»н шәхси йорт һатып алыуға тотонорға теләүселәр район-ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә тейеш. Артабан торлаҡты йәшәү өсөн яраҡлы булыуын таныуҙы һорап ғариза яҙыла, тейешле документтар тапшырыла.


Йыл башынан Өфөнөң торлаҡ хужалығы идаралығына йөҙгә яҡын ғариза ҡабул ителеп, күп өлөшө ҡаралды. Ғариза яҙған граждандарға махсуслаштырылған ойошманан күсемһеҙ милектең техник торошо тураһында һығымта яһау кәңәш ителде. Был, тәү сиратта, йәш ғаиләләрҙең хәүефһеҙлеге өсөн эшләнә. Улар сертификатты йәшәү өсөн яраҡлы күсемһеҙ милек өсөн генә тотонорға тейеш.

Марсель Моратов, Өфөнөң торлаҡ хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары

«Әсәлек капиталы» илдә тыуым күрһәткестәрен күтәреү маҡсатында 2007 йылдың 1 ғинуарында индерелгәйне. Быйыл ул йәнә индексацияланды. Хәҙер 2020 йылдан тыуған, йә уллыҡҡа алынған беренсе бала өсөн сертификат күләме 690 мең һумға етһә, ә бына икенсе бала өсөн 912 мең 162 һумлыҡ ярҙам ҡаралған.

Гөлназ Хәйбуллина