Рәсәйҙең офицерҙар корпусы Өфө фән һәм технологиялар университетының Хәрби уҡыу үҙәген тамамлаусылар менән тулыланды. Уҡыу йортонда лейтенант дәрәжәһе алған йәш белгестәргә диплом тапшырыу тантанаһы үтте.
Өфө фән һәм технологиялар университеты хәрби кафедраһы булған һирәк уҡыу йорттарының береһе. Бында студенттар төп белем менән бергә хәрби әҙерлек тә үтә. Әле диплом алған йәштәр авиация двигателдәре, энергетика һәм транспорт факультетының сығарылыш курсы. Бөтәһе 14 йәш офицер, уларҙың өсәүһе уҡыуҙы ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Былтыр иһә өс хәрби-иҫәп һөнәре буйынса уҡып сыҡҡан 60-тан ашыу курсанттың барыһы ла әлеге ваҡытта Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында лейтенант булып уңышлы хеҙмәт итә.
Йола буйынса сығарылыш уҡыусылары уҡыу йортоноң байрағы менән хушлашты, тантаналы маршта үтте. Йәш белгестәр илдең Һауа-йыһан көстәрендә офицер вазифаһында өс йыл хеҙмәт итәсәк. Уларға уҡыу йорто етәкселеге, Хәрби комиссариат вәкилдәре изге теләктәрен еткерҙе, уңыштар теләне. Тантаналы сараға ата-әсәләр ҙә килгән, улар ҙа улдары менән ихлас ғорурлана.