Баймаҡта «Айыуҡай» балалар баҡсаһының уртансы төркөмөнөң 24 тәрбиәләнеүсеһе кадеттар сафына ҡабул ителде. Уларҙың тормошондағы мөһим ваҡиғаны кескәйҙәрҙең ата-әсәләре һәм ҡаланың 5-се мәктәбенең кадет класы уҡыусылары уртаҡлашты.
“Айыуҡай” балалар баҡсаһында патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бирелә. “Урал батыр” мәктәбе пректына ярашлы бында мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө “Йәш Шайморатовсылар” исемен йөрөтә. Шулай уҡ киләсәктә уртансы кадет төркөмөндә лә тыуған илгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, районыбыҙ шәхестәрен, батырҙарын өйрәнеү төп маҡсат булып тора.
Кескәй кадеттар патриотик сарала концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Осрашыуға килгән кадет класы уҡыусылары уларҙы ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе, дөрөҫ маршировкалау, строй әҙерлеге буйынса практик күнекмәләр күрһәтте.
Кадет төркөмөнә ҡабул ителеүсе малай һәм ҡыҙҙар бәләкәйҙән көслө холоҡло, сыҙамлы булырға, тәртипкә өйрәнәсәк. Балаларҙа илһөйәрлек һәм яуаплылыҡ тойғолары тәрбиәләү ҙә алғы һыҙыҡта.