«Салауат Юлаев» хоккейсылары Гагарин кубогына икенсе аҙым яһаны

Бөгөн юлаевсылар «Себер» клубын йәнә тар-мар итте. Осрашыу көйәрмәндәр өсөн көтөлмәгәнсә башланды. Дәғүәселәр бер-бер артлы ике шайба индерҙе. Шуға ҡарамаҫтан яҡташтарыбыҙ тәнәфескә тиклем иҫәпте тигеҙләне. Уңышҡа Александр Хмелевский менән Скотт Уилсон өлгәште. Икенсе осорҙа Скотт Уилсон тағы ла ике тапҡыр ҡыҙыл ут тоҡандарҙы. Артабан уңыш Илдан Ғәзимов менән Владислав Ефремовҡа йылмайҙы. Өсөнсө осорҙа Шелдон Ремпал менән Нэйтан Тоддтың голдары юлаевсыларға 8-2 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Шулай итеп Башҡортостан командаһы серияла 2-0 иҫәбе менән алда бара. Яҡтар араһында киләһе ике осрашыу 31 мартта һәм 2 апрелдә Новосибирскиҙа үтә.