Изге Рамаҙан айы һәм Ураҙа тамамланыуы быйыл 30 мартҡа тура килде. Байрам уңайынан ғибәҙәт ҡылыу йолаһы республиканың бөтә мәсеттәрендә лә уҙҙы. Баш ҡалала йәшәгән төрлө милләт мөьминдәрен берләштергән коллектив намаҙ майҙаны итеп һәр ваҡыттағыса «Ләлә» мәсете һайланды. Мосолмандарҙы төп байрамдарҙың береһе менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡотланы.
Йолаға ярашлы, байрам намаҙы иртәнге сәғәт 9-ҙа башланды. Тик мәсет майҙаны халыҡ менән күпкә иртәрәк - ҡояш сыға башлау менән үк тула башлағайны. Эстә урын етмәгәндәр өсөн урамда намаҙлыҡтар йәйелде - саф һауала ғибәҙәт ҡылыу халыҡты берләштереп, байрам кәйефе өҫтәне. Күптәр Ураҙа байрамын билдәләргә тотош ғаиләләре менән хатта алыҫ райондарҙан уҡ килгән. Бигерәк тә балаларҙың күплеге ҡыуандырҙы.
30 көн дауамында мосолмандар ислам дине ҡанундарын боҙған ғәҙәттәрҙән арынып йәшәне. Сөнки Рамаҙандың төп маҡсаттарының береһе - рухи яҡтан камиллашыу. Ризыҡтан тыйылыуҙан тыш, мосолмандарҙың тағы ла бер изге ғәмәле бар: изге ай дауамында һәр мөьмин ярлылар һәм мохтаждар файҙаһына фитыр саҙаҡаһы бирергә бурыслы.
Байрам намаҙын Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин үткәреп, вәғәз һөйләне. Диндарҙар юғары көстән гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе, муллыҡ һәм илгә тыныслыҡ һораны. Махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташ һалдаттарыбыҙға сәләмәтлек теләне.
Ураҙа ғәйетенән байрам тантанаһын БСТ телеканалы тура эфирҙа күрһәтте. Коллектив намаҙҙа ҡатнашыусылар араһында төрлө милләт вәкилдәре бар ине. Йөҙәрләгән мөьмин менән бергә республика башлығы Радий Хәбиров та ғибәҙәт ҡылып, республика халҡын мосолмандарҙың төп байрамдарының береһе менән ҡотланы.
Изге Рамаҙан айы тамамланыуы, йолаға ярашлы, тағы ла өс көн билдәләнә. Был осорҙа туғандарыңды табынға йыйыу, мохтаждарға ярҙам итеү изге ғәмәл һанала. Ә Ураҙа тәртибен теүәл үтәмәгәндәр уны дауам итә ала. Шәүүәл айында тағы ла алты көн ризыҡтан баш тартҡандар Ураҙаһы бер йыллыҡҡа тиң иҫәпләнә.
Рәзилә Ғилметдинова