Яугирҙар Ураҙа ғәйетен үҙҙәре төҙөгән мәсеттә үткәрҙе

Ураҙа ғәйете махсус хәрби операция биләмәһендәге Салауат Юлаев исемендәге батальонда ла билдәләнде. Ғибәҙәт Башҡортостан ярҙамында яугирҙар көсө менән төҙөлгән мәсеттә ойошторолдо.

Сара дуҫтарса һәм йылы мөхиттә үтте. Ватан һаҡсылары төрлө ризыҡтар, шул иҫәптән ҡаҙанда бешкән былауҙан ауыҙ итте. Хәрбиҙәр өсөн коллектив доғаны Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назаратының Донецк халыҡ республикаһындағы вәкиле Ринат хәҙрәт Айсин уҙғарҙы. Һәр яугир тыуған иленә сәләм еткерҙе һәм республика халҡын изге байрам менән ҡотланы.