Беҙҙең Зоя-Зәйтүнә. Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында Бөйөк Ватан һуғышында Ҡалмыҡ далаһында батырҙарса һәләк булған элемтәсе Зәйтүнә Әлибаеваға бағышланған эҙәрмәндәр отряды слеты үтте. 20 йәшлек яҡташыбыҙҙың ғүмере Ҡалмыҡ республикаһы Садовый ауылы эргәһендәге бейеклектә немецтар менән тиңһеҙ алышта өҙөлә. Оҙаҡ йылдар ул хәбәрһеҙ юғалған тип һанала. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Бөйөк Ватан һуғышында Ҡалмыҡ республикаһында ҡаһармандарса һәләк булған Зәйтүнә Әлибаеваның исеме тыуған төйәге - Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында мәңгеләштерелде. Урындағы халыҡ, ирекмәндәр , Ҡалмыҡ республикаһы эҙәрмәндәр отряды вәкилдәре ҡатнашлығындағы район үҙәгендәге 1-се мәктәптә уның иҫтәлегенә мемориаль таҡта асылды.
Зәйтүнә Әлибаеваның ғүмере Ҡалмыҡ далаһында өҙөлгән. Садовое ауылы эргәһендә элемтәсе ҡыҙ фашистар һөжүме тураһында хәбәр итеп бер үҙе оборона тотҡан. Бәхил булығыҙ, ҡыҙҙар, Ватан өсөн үләм! тип 20 йәшлек Зоя-Зәйтүнә батырҙарса һәләк була.
Зәйтүнә Әлибаева Башҡортостан менән Ҡалмыҡ республикаһын Бөйөк Ватан һуғышы хәтере менән бәйләп торған яугир. Ҡалмыҡ республикаһы Садовое ауылының бер урамына Зәйтүнә Әлибаеваның исеме бирелгән, биләмәлә һәйкәл ҡуйылған. Ике йыл элек Миәкә районы эҙәрмәндәр отряды тырышлығыы менән ул һәләк булған урынында мосолман йолалары буйынса ерләнгән .
Бөйөк Ватан һуғышына Миәкә районынан 118 ҡатын-ҡыҙ фронтҡа киткән. Үкенескә , уларҙың 12-һе яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған. Зәйтүнә Әлибаева тыуған районы өсөн генә түгел тотош Рәсәйгә батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө.
Флорида Ким