Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Урманшиндың исеме мәңгеләштерелә

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Хәмиҙулла улы Урманшиндың тыуыуына 100 йыл. Рәшит Урманшин Ғафури районы мәғариф учреждениеларында, колхоздарында яуаплы вазифаларҙа эшләй, 17 йыл «Табын» консерва заводын етәкләй. Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветеранының тормош юлын һәм эшмәкәрлеген БЮТ ижади төркәмө лә өйрәнде. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Башланғыс белемде Рәшит Урманшин тыуған ауылы Юлыҡта ала, һуңынан Ҡауарҙыла белем эстәй. Маҡсатлы егетте йәшләй генә Бәғрәш, һуңынан Юрмаш мәктәптәренә мөдир итеп тәғәйенләйҙәр.1943 йылдың февралендә 18 йәшендә ул шинель кейә, ҡулына мылтыҡ алып фронтҡа юллана.Сержант званиеһыда уҡсылар бүлеге командиры була Уҙаман 1-се Украина фронтының беренсе гвардия дивизияһы составында һуғыша. Украинаны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың сентябрендә ҡаты яраланып демобилизациялана.

Рәшит Хәмиҙулла улы фронттан һуң Яңы Тайыш башланғыс мәктәбендә хәрби әҙерлек фәненән белем бирә. Артабан Сикйылғала башланғыс мәктәпте етәкләй. Табын, Оло Үтәш балалар йорттары директоры була. 1957 йылда ғаиләһе менән тыуған ауылына ҡайтҡас, уға ете йыллыҡ мәктәпте ышанып тапшыралар. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы бинаға нигеҙ һалына. Бер йылдан һуң «утыҙ меңенселәр» сафында колхоз рәйесе итеп тәғәйенләнә.

Рәшит Хәмиҙулла улы Урманшин 1960 йылда тыуған ауылында «Дружба» колхозын етәкләй. Республикала беренселәрҙән булып Хөкүмәткә иген тапшыра. «Ҡыҙыл ылау» ошо күпер аша үтә. Был ваҡиғанан һуң колхоз республика Почет таҡтаһына индерелә, ә рәйес Мәскәүҙәге күргәҙмәлә үҙ колхозы менән таныштыра.

Бөтәһен дә алдан уйлап эш итеүсе етәксе хужалыҡта малсылыҡ тармағы үҫешенә булышлыҡ итә. Яҡшы белгестәрҙе туплай, базаны нығыта. Ике йыл эсендә һәр һыйырҙан 1100 литрҙан ашыу һөт һауып алыуға ирешә. Һөҙөмтәле эшләгән колхоз бер-нисә йыл рәттән Күсмә ҡыҙыл байраҡты ысҡындырмай, ә етәксеһе артабан Табын консерва заводы директоры итеп тәғәйенләнә. Етәкселек эшендә финанс техникумы, педагогия институтында алған белемдәргә таяна.

Рәшит Урманшин етәксе булған дәүерҙеТабын консерва заводында эшләгән хеҙмәт ветерандары бөгөн дә һағынып иҫләй.


Ул дәүерҙә заваодта эш өс сменала ҡайнап торҙо. Етештергән продукция бренд кимәленә күтәрелде.

Ираида Лубина, Табын ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны

Завод етештергән 17 төрлө продукцияның сифат даны республиканан ситтә лә билдәлелек яулай. Ә Кремль ашханаһы иһә Табын консерва заводында етештерелгән роза сәскәләре, ҡара миләш ҡайнатмаһы, керән, кәрәҙле бал менән тәьмин ителә.Производство ветерандары консерваларҙы һаман да Рәшит Урманшин дәүерендәге рецепттар буйынса ҡаплай.Ауыл советы хакимиәте, завод ветерандары тәҡдиме буйынса Рәшит Хәмиҙулла улының ейәне Илгиз Байморатов һәм балалары 100 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә Табын консерва заводы хеҙмәткәрҙәрен йыйып хәтер кисәһе үткәрҙе.


Рәшит Хәмиҙулла улы ғәҙел, талапсан,талантлы етәксе булды. Уның менән эшләгән осорҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге 3-4 тапҡырға артты, ассортимент киңәйҙе,тауарҙың сифаты күпкә яҡшырҙы.

Валентина Пастухова, табын консерва заводы ветераны, смена мастеры

Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Рәшит Урманшин 1-се дәрәжә Бөйөк ватан Һуғышы ордены, «Германияны еңгән өсөн» һәм тағы ла тиҫтәләгән миҙалдар менән бүләкләнгән.Ут-һыуҙы кискән уҙаман ейәндәренә ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө.

Һәр уңышлы ир-етәксенең таянысы ныҡлы тылы ғаиләһе. Мәрүә Хәбибулла ҡыҙы ауырлыҡтарҙы һәм шатлыҡтарҙы бергә күтәрә, уны ярты һүҙҙән аңлай, уңышҡа ирешергә мөмкинлек бирә.. Юлыҡтағы иман йорто ла бер-береһенә юл биреп, лайыҡлы ғүмер кисергән Рәшит һәм Мәрүә исемен йөрөтә.

Рәшит Урманшиндың яҙмышы, хәрби юлы һәм тыныс тормоштағы фиҙаҡәр хеҙмәте яҡташтарына тырыш һәм намыҫлы йәшәү өлгөһө.Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Хәмиҙулла улы Урманшиндың йөҙ йыллығы уңайынан саралар шәлкеме тыуған ауылында уҙғарыласаҡ, исемен мәңгеләштереү эше лә дауам итә.

Гүзәл Борханова