Стәрлебаш районындағы лагерҙа шәкәр сире менән ауырыған балалар өсөн беренсе смена асылды

Яҙғы каникулды лагерҙа! Стәрлебаш районындағы лагерҙа шәкәр сире менән ауырыған балалар өсөн беренсе смена асылды. Аҙналыҡ заезд Патриот паркы филиалы базаһында старт алды. Отрядта әле 45 ял итә. Смена үҙенсәлектәре тураһында Рәмилә Исмәғилева.

Сибай ҡалаһынан килгән 10 йәшлек Руслан үҙенә үҙе укол эшләргә күнегеп бөткән. Бер йыл элек ҡуйылған диагноз малайҙы яһалма инсулин менән йәшәргә өйрәткән. Хатта бер алма ашар алдынан ҡандағы шәкәр кимәлен көйләү өсөн препарат ҡаҙарға кәрәк. Бер төрлө

Шулай уҡ һәр баланың беләгендә датчик бар, ул мобиль ҡушымта ярҙамында ҡандағы глюкоза кимәлен реаль ваҡыт режимында күҙәтергә мөмкинлек бирә. Һандар телефон экранында сағыла.

Ҡандағы шәкәр кимәле киреһансә түбәнәйеүе ихтимал. Бындай осраҡта балаларға татлы ризыҡ йә махсус препарат бирелә. Лагерҙа балалар эндокринолог күҙәтеүе аҫтында.


Киҫкен хәлдәр булмаһын өсөн гел контролдә тотабыҙ. Бер төрлө диагнозлы балалар бергә булғанда бер- береһенең хәлен аңлайҙар. Көндөҙ генә түгел төндә лә шәкәр кимәлен үлсәргә тура килә.

Радмила Мәүлетова, Республика балалар клиник дауаханаһы табибы

Смена махсус меню буйынса ғына туҡлана. Рационда шәрбәт ризыҡтар юҡ кимәлендә.

Шәкәр диабеты менән сирләгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн пилот проекты республиканың мәғариф һәм фән министрлығы, «Диамапа» автономлы коммерция булмаған ойошма тарафынан булдырылған. Сөнки был диагноз менән ғәҙәти лагерҙарға балалар ҡабул ителмәй, улар өсөн махсус шарттар талап ителә.

Пилот проекты өсөн лагерь осраҡлы һайланмаған. Элекке «Орленок» базаһында былтыр булдырылған Патриот паркы филиалы республикала тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операция хәрбиҙәре балаларын ял итеүгә ҡабул иткән, шулай уҡ бында Луганский һәм Донецк халыҡ республикалары уҡыусылары ял итә. 2021 йылдан ул йыл әйләнәһенә эшләй. Пилот проекты һөҙөмтәһенә ҡарап уны киләсәктә лә дауам итеү күҙаллана, әле был хаҡта килешеүҙәр төҙөлә.

Рәмилә Исмәғилева