Ауырғазы районында йәшәүсе Юлиә Ханмырҙина әсәһенә эйәреп ирекмәнлек юлын һайлай

Махсус хәрби операциялағы яугирҙарға тыл ярҙамы. Ауырғазы районы Талбазы ауылында йәшәүсе Юлиә Ханмырҙина әсәһенә эйәреп ирекмәнлек юлын һайлай. Ул ҡыҙҙары менән кистәрен һалдаттарға алғы һыҙыҡта ҡулланыу өсөн браслеттар эшләй. Яу яланынан иҫән сығырға ярҙам итә торған браслет үреү ысулын ул интернеттағы оҫталыҡ дәрестәренә ҡарап өйрәнә. Уның өсөн парашютта ҡулланыла торған ныҡлы бау ҡулланыла, был бау ярҙамында 200-250 килограмм ауырлыҡтағы йөктө күтәрергә мөмкин. Бынан тыш хәрби-ялан шарттарында дошмандың ҡулын шаҡарып бәйләргә, яралы һалдатты яу ялагнынан алып сығырға, яраны туҡтатыу өсөн жгут булараҡ ҡулланырға мөмкин.

Экстремаль шарттарҙа браслетты өс-биш секунд эсендә һүтергә мөмкин, ти Юлиә Ханмырҙина.Материалды ла үҙ иҫәбенә махсус заказ буйынса һатып алалар. Был эшкә тотонған мәлдәрҙә бер браслетты үреүгә 15-20 минут самаһы ваҡыт сарыф итһәләр, хәҙер туғыҙ минутта өлгөрәләр. Ханмырҙиндар ғаиләһе етештергән браслеттар йыйнаҡ һәм уңайлы, уртаса ҙурлыҡтағы ир-ат ҡулына үлсәп эшләнгән.Уны ҡулда йәки биштәргә элеп йөрөтөргә мөмкин. Юлиә Ханмырҙмина ҡыҙҙары менән бергәләп йөҙләгән браслет үреп яугирҙарға алғы һыҙыҡҡа ебәргән.