Уҙған тәүлектә 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Ауырғазы районында һыу баҫыу тураһында бер хәбәр килгән. Әле өс муниципаль берәмектә - Өфө ҡалаһында, Архангел һәм Шишмә райондарында өс хәл контролдә тотола.
Ташҡын тотороҡланыуға ут сығыу осраҡтары арта. Быйыл Башҡортостанда 25 тәбиғәт янғыны теркәлгән. Уҙған тәүлектә генә 7 урында ҡоро үлән үртәлеп янғын сыҡҡан. Улар - Әбйәлил, Өфө, Әлшәй райондарында һәм Ағиҙел ҡалаһында. Республикалағы тәбиғәт янғынына бәйле 25 осраҡтың 6-һы Әбйәлил, 4-е Хәйбулла, 3-ө Әлшәй районында һәм Сибай ҡалаһында, 2-һе Ағиҙелдә, Ишембай һәм Өфө райондарында, берәр осраҡ Күмертауҙа, Баймаҡ һәм Ғафури райондарында теркәлгән. Улар барыһы ла һүндерелгән, зыян күреүселәр юҡ.