Яҙғы баҫыу эштәре ғәҙәттәгенән күпкә алда башланды

Яланға тәүгеләрҙән булып Стәрлетамаҡ һәм Илеш районы аграрийҙары сыҡты. Ҡыр эштәренең ваҡытынан алда башланыуы һауа торошона бәйле. Яҙҙың иртә килеүе аграрийҙар ауыл хужалығы эшсәндәре графигына ла төҙәтмәләр индерҙе.

Илеш районының Ағиҙел хужалығында күп йыллыҡ үләндәрҙе ашлауға тотонғандар. Тракторҙар гектарына 80-100 килограмм минераль ашлама индерә. Ләкин эште тулыһынса тамамлау мөмкин түгел. Яңы майҙандарға сығыу өсөн ҡар иреп бөткәнен көтөргә тура килә.

Йәмғеһе хужалыҡта сәсеүлектәр 5 мең гектарҙан ашыу. Тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып аграрийҙар культураларҙы ла төрләндереп тора.

Былтыр сәсеүҙе апрель аҙағында башланыҡ, ти ауыл эшсәндәре. Быйылғы шарттарҙа апрелдең уртаһында уҡ тотонорға тура киләсәк. Эште оҙаҡҡа һуҙырға ваҡыт юҡ. Аграрийҙар дым китмәҫ борон орлоҡтарҙы ергә сәсеп ҡалдырырға тырыша.