Баш ҡалала самокат миҙгеле асылды

Йөрөү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн тәүге штраф һалыу осрағы ла теркәлде. Халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереү идаралығы баш ҡала урамдары буйлап бер самокатта ике кешенең йөрөүен һәм йәйәүлеләрҙе үткәрергә ашыҡмауын асыҡланы. Идаралыҡ тарафынан кикшеринг сервисы аша самокатты ҡуртымға алынған иҫәптең хужаһы табыла. Аккаунт ябыла, ә уның хужаһына 5 000 һум күләмендә штраф һалына. Әйткәндәй, былтыр республикала 49 кеше электросамокат ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән. Уларҙың 19-ы - балалар.