Хәйбулла районында «Быуаттарҙа һинең бөйөклөгөң, Рәсәй!» әҙәби-патриотик турниры уҙғарылды

Бөтә Рәсәй балалар китабы аҙналығы уңайынан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында «Быуаттарҙа һинең бөйөклөгөң, Рәсәй!» тип исемләнгән әҙәби-патриотик турнир уҙғарылды. Балалар моделле китапханаһы менән берлектә ойошторолған сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Мәктәп уҡыусылары 5 командаға бүленеп, интерактив викторинала, йыр һәм строй әҙерлеге конкурсында, шиғыр һөйләүҙә ярышты. Турнир һөҙөмтәләре буйынса 1-се урынды 2-се мәктәптең 7-се классы яуланы.