Республиканың ун балалар театр студияһы тәрбиәләнеүселәре Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында көс һынашты. Йәш һәүәҫкәрҙәр үҫмерҙәрҙе борсоған балалар йортонда тәрбиәләнеү, тиҫтерҙәр менән мөнәсәбәт кеүек социаль темаларға тамаша күрһәтте. Ижади осрашыуҙа актерлыҡ оҫталығы һәм ҡурсаҡ сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.
Нефтекаманан студия актерҙары Айгиз Баймөхәмәтовтың «Әкиәтһеҙ бала саҡ» әҫәре буйынса спектакль тәҡдим итте. Автобиографик повесть ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм балалар тураһында. Фестивалдә тағы ла Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалалары һәм республика райондарынан йәш актерҙар ҡатнашты.